Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Август 2022, 15:30

Республика йәштәре грант конкурсында 1 миллион һумға тиклем аҡса ота ала

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ икенсе миҙгел гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы. Еңеүселәр үҙҙәренең социаль әһәмиәтле проектына 1 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Республика йәштәре грант конкурсында 1 миллион һумға тиклем аҡса ота ала
Республика йәштәре грант конкурсында 1 миллион һумға тиклем аҡса ота ала

Конкурста 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Башланғысты 22 авгусҡа тиклем «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының грант модулендә 15 номинацияның береһенә тапшырырға мөмкин:

#Мөмкинлектәр булдыр – йәштәрҙең мәшғүллеген ойоштороуға, шул иҫәптән үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Мөхитте үҫтер - бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Берләштер –  мәҙәни-ара диалогҡа булышлыҡ итеүгә һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән проекттар;

#Һаҡла – йәштәр араһында экстремизм һәм терроризм идеологияһына ҡаршы тороуға йүнәлтелгән проекттар;

#Сиктәрҙе юй – сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле кешеләр менән эшләүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Тәбиғәтте һаҡла – экологик аң-белем таратыуға йүнәлтелгән проекттар;

#Берләшмәне хәрәкәтләндер – урта махсус уҡыу йорттарының студенттар берләшмәһенә ярҙам итеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Илһамландыр - ижади башланғыстарға булышлыҡ итеүгә һәм мәҙәни-мәғариф мөхитен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Һаҡла - гражданлыҡ тиңлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар;

#Тыуған илде ас – туристарҙы йәлеп итеүгә һәм йәштәр туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

# Сәләмәт бул – спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар;

#Хәтерлә  —тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар;

#Иң мөһиме хаҡында һөйлә  - йәштәр медиаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Беҙ бергә  — ирекмәнлекте үҫтереүгә һәм уға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Һин яңғыҙ түгел – негатив девиант тәртипте иҫкәртеүгә һәм йәштәрҙе социалләштереүгә йүнәлтелгән проекттар.

Конкурс башланған көндө Өфөлә, «Йәшлек» йәштәр киңлегендә, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «Проектлы ReSTART» сараһын үткәрҙе.

Башҡортостан йәштәре проект буйынса консультацияны Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Йәштәр проект офисында алырға мөмкин. Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмгә vk.com/mporb  хәбәренде яҙырға кәрәк.

Социаль проектлауға теләге булғандарҙың барыһы ла «Росмолодежь.Гранттар академияһы» платформаһында уҡып сыға ала. Академия грант конкурсының потенциаль ҡатнашыусыларына социаль проектлау менән танышырға, ә тәжрибәле ҡатнашыусыларға тема буйынса белемдәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә. Беренсе этап - тест, унан һуң Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ актуаль видеокурс ойоштора. Академия сайты: https://academy.myrosmol.ru.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: