Мәғариф
4 Август 2022, 04:20

Тағын өйҙә уҡый башларҙармы, әллә...?

Яңы уҡыу  йылы алдынан был һорау күп ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Тағын өйҙә уҡый башларҙармы, әллә...?Тағын өйҙә уҡый башларҙармы, әллә...?
Тағын өйҙә уҡый башларҙармы, әллә...?

«Роспотребнадзор» идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, август аҙағында эпидемиологик хәлгә ҡарап, ғәҙәти тәртиптә уҡый башлау мөмкинлеге хәл ителәсәк.

– Әгәр сирләү осраҡтары, шул иҫәптән балаларҙың да, артмай икән, уҡыу ҡәҙимге оффлайн-режимда үтәсәк, ингәндә температураны үлсәү һаҡлана.

Көҙгө каникулдарҙа йәнә артыуы ихтимал, каникулды оҙайтырғамы-юҡмы, әллә дистанцин  режимға күсерергәме икәнен ҡарарбыҙ. Шулай уҡ инфекция билдәләре булған баланы мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына алып барырға ярамай, – тип тә белдерҙе ул.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас