Республика акцияһын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора, координаторы – «Ғаилә» республика ресурс үҙәге. Мәктәп кәрәк-яраҡтары район-ара ғаилә үҙәктәрендә йыйыла. Сауҙа компаниялары, ижтимағи башланғыс төркөмдәр, эшҡыуарҙар, хеҙмәт коллективтары, дин әһелдәре һәм республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтың битараф булмауы ҡыуандыра. Улар тырышлығы менән йыл һайын Башҡортостанда 10 меңгә яҡын ғаилә ярҙам ала.
Акцияға ҡушылырға әле лә һуң түгел: кәнсә тауарҙары, дәфтәрҙәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш ҡабул ителә; портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.
Сараға йомғаҡ сентябрь башында яһаласаҡ. Акцияла иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың исемлеге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, семьярб.рф ғаилә порталында урынлаштырыласаҡ.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, бергәләп ярҙам итәйек!
Фото: Т. АМАНОВ.