Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Август 2022, 17:38

«Йәйләү»ҙең онлайн-сменаһы уҡыусыларҙы ял итергә саҡыра!

1 августан Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Йәйләү» йүнәлешле лагерының онлайн-сменаһы башланды. Уны үткәреүгә  «Йәйләү» программаһының авторы, күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева, тәжрибәле педагогтар, билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәлеп ителгән.

«Йәйләү»ҙең онлайн-сменаһы уҡыусыларҙы ял итергә саҡыра!
«Йәйләү»ҙең онлайн-сменаһы уҡыусыларҙы ял итергә саҡыра!

Онлайн-сменаны БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов асып:

– Йәйләү»ҙә ҡатнашыусылар тарихты өйрәнеү, этномәҙәниәткә сумыу аша халыҡ аҡылын һәм философияһын өйрәнә. Беҙ тыуған төйәгебеҙҙе һаҡларға, ата-бабаларыбыҙҙың лайыҡлы вариҫтары булырға тейешбеҙ!», – тип сәләмләне.

Ә хөрмәтле ил инәһе, программа авторы Мәрйәм Бураҡаева йүнәлешле онлайн-смена балаларҙың һәләтен асырға, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү уятыуға ярҙам итеүен белдерҙе.

Үткән йылдарҙа онлайн-смена Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 4 меңгә яҡын ҡатнашыусыны йыйғайны. Иң әүҙемдәре мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле приздары менән бүләкләнде.

Бында ҡатнашырға теләүселәр «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә https://vk.com/yaylau2022  теркәлеп, көн һайын онлайн-сменаның эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша ала.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: