Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июль 2022, 16:34

Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы башланды

 Республикабыҙҙа  уның бурыстарын хәл итеү менән донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге шөғөлләнәсәк. Уға ете университет, 3 фәнни ойошма һәм иҡтисадтың реаль секторының 26 предприятиеһы ингән. Дүрт йүнәлеш буйынса 10 алдынғы технологик проект билдәләнгән.

Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы башланды
Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы башланды

Рәсәй Хөкүмәте Өфөлә донъя кимәлендәге кампус төҙөү ғаризаһын хуплағайны. Уның  дөйөм майҙаны 152 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк, төҙөлөш хаҡы 20 миллиард һумға баһалана.

Бынан тыш, республикала йәш ғалимдарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары киңәйә, йәштәр лабораториялары һәм күп функциялы классик университет – Өфө фән һәм технологиялар университеты булдырыла.

Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы айҡанлы ошондай бурыстар ҙа билдәләнде:

- «Фәнни ирекмәнлек» башланғысына ярашлы,  2025 йылға  фәнни проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 100 меңдән ашыу ирекмән йәлеп ителәсәк;

– «Фәнни-популяр туризм» башланғысы буйынса, 2025 йылға  Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәген үҙ эсенә алған 90 фәнни-популяр маршрут әҙерләнә.

– «ГосТех» платформаһында «Фән һәм инновациялар» домендарына һөнәри фәнни-техник берләшмә өсөн сервистар һәм платформалар инструменттары интеграциялана;

 – Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы саралары йәштәрҙе, йәмәғәт ойошмаларын, эшҡыуарлыҡты һәм ғалимдарҙы берләштереүгә булышлыҡ итәсәк;

– Йыл һайын, йәш ғалимдар конгресына ярашлы, планды тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: