Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июль 2022, 08:46

Яңы үҙгәрештәр 1 сентябргә тиклем иғлан ителәсәк

Федераль педагогик үлсәүҙәр институты БДИ – 2023 өсөн эштәр әҙерләй башланы. Быйыл һынау тәүгә 11 йыл элек ҡабул ителгән стандарттар буйынса уҙғарылғайны. Ә уларҙа бөтөнләй башҡа алымдар ҡулланыла.

Яңы үҙгәрештәр 1 сентябргә тиклем иғлан ителәсәк
Яңы үҙгәрештәр 1 сентябргә тиклем иғлан ителәсәк

Төп мәсьәлә булып миҫалдарҙы, формулаларҙы белеү генә түгел, ә уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу тора. Мәктәптең баланы мәғлүмәтте анализларға, системаға һалырға, һайлап алырға һәм мәғлүмәттәрҙән комбинация эшләргә,  улар нигеҙендә һығымта яһарға өйрәтергә тейешлегенә баҫым яһаласаҡ.

2021 йылда БДИ-ның контроль-үлсәү материалдарына билдәле бер үҙгәрештәр индерелгәйне инде: практик оҫталыҡҡа баҫым яһалды, һәр предметта 4-тән 6-ға тиклем эш яңыртылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл төп осорҙа Рәсәй буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында бөтәһе 690 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың 6,5 меңдән ашыуы имтиханда 100 балл алды. Уларҙан 381 кеше ике фәндән 100-шәр балл йыйған. 16 бала 300-шәр балл алды.

Йәмғиәтте өйрәнеү фәне нисәнсе йыл инде иң күп кеше ҡатнашҡан имтихан булып ҡала, информатиканы ла һайлаусылар күбәйә башлаған. Быйылғы йылда физиканы уҙып китеп, һайлау буйынса фәндәр араһында өсөнсө урынға сыҡҡан, 100 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы тап информатиканы һайлаған.

Ә яңы үҙгәрештәр 1 сентябргә тиклем иғлан ителәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: