Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Июль 2022, 17:02

"Халыҡ был объекттарҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә"

Өфөләге 115-се гимназияның асылыуына  быйыл 55 йыл була. Ошо уңайҙан, яңыртылғандан һуң, уны йыл аҙағында – декабрҙә асыу күҙаллана.

"Халыҡ был объекттарҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә"
"Халыҡ был объекттарҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә"

– Хәтерегеҙгә төшөрәм, бинала сатнаған урындар табылғас, гимназияны бер аҙ  ваҡытҡа ябырға тура килгәйне. Күләмле төҙөкләндереүҙе 2021 йылдың декабрендә башлағайныҡ. Спорт залы һәм ашхана булған бер ҡатлы блоктар һүтелде. Уларҙың урынына яңы уҡыу корпусы - элекке өс ҡатлы бинаға төкәтмә төҙөлә.
Тышҡы инженер селтәрҙәре буйынса эштәр тамамланған, эскеләре монтажлана. Параллель рәүештә ҡыйыҡта һәм ал яғында эшләйбеҙ, блоктарҙы эске биҙәкләү һәм биләмәне төҙөкләндереү башланған. Объектҡа 140-тан ашыу кеше йәлеп ителгән.

Төҙөкләндерелгәндән һуң гимназияның дөйөм майҙаны 4,1 мең квадрат метрҙан  18 мең квадрат метрға тиклем артасаҡ, белем усағы 1225 балаға иҫәпләнгән.

Мәктәптең яңы стадионы, тантаналы йыйылыш, уйындар өсөн майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, гимназияны заманса ҡорамалдар, китапхана менән йыһазландырасаҡбыҙ.
Ә дөйөм алғанда, Өфөлә хәл ошолайыраҡ: Өфөнөң Ленин районындағы Затон – Көнсығыш биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөйбөҙ. Уны 2023 йылда тамамларға йыйынабыҙ. Бынан тыш, быйыл тағы ла бер мәктәп төҙөй башларға планлаштырабыҙ. Ул Кузнецов Затонында  буласаҡ, 2200 урынға иҫәпләнгән. Халыҡ был объекттарҙың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә, беҙ уларҙы ҡыйын хәлдә ҡалдыра алмайбыҙ. Эште дауам итәбеҙ, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: