Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июль 2022, 10:30

Ике университетты берләштереү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай

Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. Республикаға эш сәфәре барышында уның урынбаҫары Дмитрий Афанасьев был хаҡта хәбәр итте.

Ике университетты берләштереү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай
Ике университетты берләштереү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай

Республикабыҙҙа Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороуға арналған брифинг барышында Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Казыханов төбәктәге юғары белем биреү өлкәһендә барған ваҡиғаларҙы тарихи хәл тип атаны.

«Төбәк Башлығы Радий Фәрит улы беҙгә төбәктә таланттарҙы туплау һәм йыйыу үҙәге булараҡ ҡеүәтле университет кәрәклеген аңлай. Уны булдырыу Башҡортостандың миграция йәлеп итеүсәнлегенә лә, төбәктә белем биреүҙең яңы кимәлен һәм сифатын тәьмин итәсәк юғары технологиялы эш урындарының артыуына ла килтерәсәк», – тип билдәләй ул.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәген генә түгел, ҙур университетты ойоштороу тарихы ла илебеҙ Президенты  Владимир Путин хуплауынан башланы.

Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө авиация университеты ҙур федераль проекттарҙа ҡатнаша, улар илдең фәнни-белем биреү картаһында үҙ конкурентлыҡ позицияларын ярайһы уҡ үҙгәртте лә инде. БДУ «Өҫтөнлөк – 2030» стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнаша, ӨДАТУ алдынғы инженер мәктәбен булдырыу буйынса конкурста еңеү яулаған. Ике юғары уҡыу йорто ресурстарын шулай туплау берләштерелгән университеттың позицияларын арттырырға ярҙам итәсәк.

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто – Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетын ойоштороуға арналған брифинг барышында Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Казыханов ике университетты берләштереү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әлеге ваҡытта ҙурайтылған бер төркөм һөнәр буйынса дүрт-биш факультет әҙерлек алып бара алған университеттар уңыш менән файҙалана, тип һөйләне ул.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: