Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июнь 2022, 15:13

Күмертауҙа бушлай уҡыу курстары ойошторола

«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектына ярашлы,  «Мәктәпкәсә тәрбиә биреү», «Физик культура, спорт һәм фитнес» компетенциялары буйынса бушлай уҡыу курстары башланды.

Күмертауҙа бушлай уҡыу курстары ойошторола
Күмертауҙа бушлай уҡыу курстары ойошторола

WorldSkills программаһы буйынса курстар Күмертау педагогия колледжындағы уҡыу үҙәгендә үткәрелә.  Уҡыу 72, 144 һәм 256 сәғәткә иҫәпләнгән, ошо ваҡыт эсендә тыңлаусылар үҙ һөнәре буйынса квалификацияһын күтәрә һәм колледждың тәжрибәле уҡытыусылары ярҙамында яңы һөнәр буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә.

–  Күмертау педагогия колледжы 2020 йылдан алып әлеге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, уның матди базаһы һәм уҡытыусылар составы ла етерлек, – ти республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Курстарға тәғәйен эш урындары таба алмаған колледждарҙың һәм юғары уҡыу йорттарының һуңғы курс студенттары, армияла йәки вузды тамамлағандан һуң 4 айҙан ашыу эш таба алмағандар, урта һөнәри йәки юғары белемле булғандар, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың эшләмәгән әсәләре, 3 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләү буйынса отпускыла ҡатын-ҡыҙҙар, 50 йәштән өлкән граждандар ҡабул ителгән.

Биш уҡытыу төркөмө ойошторолған,  1 июндән «Мәктәпкәсә тәрбиә биреү» компетенцияһы буйынса ике төркөм, 6 июндән тағы ла өс төркөм, шул иҫәптән «Физик культура, спорт һәм фитнес» компетенцияһы буйынса уҡый башлағандар. Бөтәһе 25 тыңлаусы йыйылған, улар уҡыуҙы тамамлағас, яңынан әҙерлек тураһында таныҡлыҡ йәки диплом аласаҡ. Уҡыу ошо йылдың 15 декабренә тиклем дауам итәсәк, унда уҡыуға ғаризаны «Рәсәйҙә эш» порталы аша https://rabota.bashkortostan.ru бирергә мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: