Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Июнь 2022, 15:00

Туған телдәр, Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте буйынса БДИ индерелерме?

Башланғыстың авторҙары сығарылыш синыф уҡыусыларына туған телдәр һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итә. Шулай уҡ университетҡа уҡырға ингәндә лә был фәндәрҙән билдәләрҙе иҫәпкә алыу ҡарала. Тейешле закон проекты июнь башында Рәсәй Дәүләт Думаһына индерелде.  

Туған телдәр, Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте буйынса БДИ индерелерме?
Туған телдәр, Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте буйынса БДИ индерелерме?

Башланғыстың авторҙарының береһе, Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Эльвира Айытҡолова һүҙҙәренсә, ошо башланғысты ҡабул итеү туған телдәрҙе өйрәнеүсе балалар өсөн өҫтәмә мотивация булдырасаҡ. «Әгәр беҙ ниндәйҙер фән буйынса имтихан тапшырырға мөмкинлек бирмәһәк, был фән икенсе дәрәжәләге кеүек күренә», –  тип өҫтәне ул.

Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә 193 халыҡ вәкиле йәшәй, улар ҡулланған телдәрҙең дөйөм һаны 277-нән 295-кә тиклем етә. Был телдәрҙең 17-һе тейешле республикаларҙа дәүләт теле статусына эйә, тағы 15-е рус теле менән бер рәттән файҙаланыла ала.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: