Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2022, 13:39

Иң күп балл йыйып, 600 мең һумға лайыҡ булды

Мәскәүҙә шәхси мәктәп уҡытыусылары араһында ойошторолған «Уҡытыусы өлөшө» II Бөтә Рәсәй конкурсында  финалға сығыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтә һынау йомғаҡтары буйынса Өфөнән «Новошкола» шәхси мәктәбенән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Юлиә Садыҡова еңеүсе тип танылды.

Иң күп балл йыйып, 600 мең һумға лайыҡ булды
Иң күп балл йыйып, 600 мең һумға лайыҡ булды

Конкурстың бүләкләү фонды 1 миллион һум тәшкил итте. Ярыш өс этапта барҙы. Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусы уҡытыусылар «21 быуатта минең мәктәбем» темаһына видеороликтар эшләне, ниндәйҙер белем биреү сараһының сценарийын төҙөнө, унан уны икенсе мәктәп уҡытыусылары сценарийы буйынса тормошҡа ашырҙы. Конкурсты ойоштороусылар балаларҙан да, шулай уҡ өлкәндәрҙән дә интервью алды.

Шулай итеп 257 уҡытыусының 12-еһе финалға үтте. Бында ла уларҙы һынауҙар көтә ине: «Stand Up Store Moscow» сәхнәһендә уҡытыусылар баттлында көс һынаштылар, һәр педагог жюри хөкөмөнә стендап-комедия жанрында үҙ сығышын да сығарҙы.

Юлиә Садыҡова иң күп балл йыйып, төп приз – 600 мең һумға лайыҡ булды. Афарин, уны еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: