Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Май 2022, 15:07

Йәш ауыл уҡытыусылары ҡатнашырға саҡырыла

Йәш ауыл уҡытыусылары өсөн грант 2019 йылда булдырылғайны. Быйыл 25 грант ҡаралған. Конкурста кәм тигәндә бер ставкаға эшләүсе һәм халыҡ һаны 15 меңдән ашмаған тораҡ пунктта йәшәүсе 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала.  

Йәш ауыл уҡытыусылары ҡатнашырға саҡырыла
Йәш ауыл уҡытыусылары ҡатнашырға саҡырыла

Башҡортостандың йәш ауыл уҡытыусылары грант рәүешендә 690 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Конкурсҡа документтар ошо йылдың 1-енән 30 июнгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 222-се кабинет (эш көндәрендә 09:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем)

Конкурста ҡатнашыу шарттары тураһында ентеклерәк ошонда таныша алаһығыҙ: https://education.bashkortostan.ru/activity/21378/.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: