Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2022, 08:56

«Йәш журналистар мәктәбе» яңынан тергеҙеләсәк

Ҡырмыҫҡалылағы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Президент гранттары еңеүсеһе булды.

«Йәш журналистар мәктәбе» яңынан тергеҙеләсәк
«Йәш журналистар мәктәбе» яңынан тергеҙеләсәк

Проект балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе медиа грамоталылыҡҡа, киң мәғлүмәт сараларында эшләү оҫталығына өйрәтеү, видеоконтент әҙерләү һәм ижади һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн медиа-студия ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

 Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто коллективы «Йәш журналистар мәктәбе»н яңынан тергеҙергә ниәтләй. Проект грант ярҙамы иҫәбенә бойомға ашырыласаҡ. Гранттың суммаһы 450 мең һумдан ашыу тәшкил итә.

Проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы, урындағы телевидениела балалар каналы булдырыласаҡ. Унда уҡыусылар мәктәп тормошо, түңәрәк һәм пионер ойошмаларының эше хаҡында яңылыҡтар менән бүлешәсәк, оҫталыҡ дәрестәренән, конкурстарҙан, фестивалдәрҙән һәм башҡа сараларҙан репортаждар алып барасаҡ.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: