Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Өфө ваҡыты менән иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында, БЮТ-тың «Бәйләнештә» социаль селтәрендә һәм телеграм каналында диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар.
– сәғәт 11-ҙән 11:25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
– 11:30 сәғ. алып 12:00 сәғ. тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
– 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Диктантты кемдәр уҡыясағы билдәле булды:
Акцияла ҡатнашыусылар диктантты өйҙәрендә яҙа ала. Һуңынан диктантты фотоға төшөрөп, йә скан аша үткәреп [email protected] электрон адресына, шулай уҡ https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботҡа ебәрергә мөмкин. Эштәр ошо йылдың 24 апреленә 23.59 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирынан тыш, төп оффлайн майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ойошторола. Өҫтәмә офлайн майҙансыҡтар исемлеген https://bashdictant.ru/ сайтында ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ сайтта үҙеңдең офлайн майҙансығыңды теркәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Теркәлгәндән һуң, улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә сағылыш табасаҡ.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙы акциянан фотоһүрәттәрҙе социаль селтәргә һалырға һәм #БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант хештегтарын ҡуйырға саҡыралар.
Фото: Т. АМАНОВ.