Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Апрель 2022, 18:00

«Бындай саралар бик кәрәк, балалар бер-береһе менән аралашып, дуҫлаша, белемен камиллаштыра»

Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр «Заман» республика йәштәр медиафорумы үтте. Уны республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, 48-се башҡорт лицейы ойошторҙо.

«Бындай саралар бик кәрәк, балалар бер-береһе менән аралашып, дуҫлаша, белемен камиллаштыра»
«Бындай саралар бик кәрәк, балалар бер-береһе менән аралашып, дуҫлаша, белемен камиллаштыра»

– Форум алдынан үҙебеҙҙә медиаүҙәк булһа, бик һәйбәт булыр ине. Балалар ошо өлкәлә белемдәрен камиллаштыра алыр ине , тигән фекерҙә инем. Минеңсә, медиа йүнәлештә эшләгән кеше ул үҙен тота белә, бик  аралашыусан кеше. Әлеге ваҡытта йәштәр социаль селтәрҙәр менән ҡыҙыҡһына бит инде. Ултырып нимәлер яҙалар, шул постарҙы матур итеп яҙһындар, уйҙары ыңғай, фотолары сифатлы булһын өсөн уларға ошо өлкәлә ниндәйҙер белем кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең балаларға ғына  түгел, республиканан да балаларҙы йыйып, уларға ла шундай уҡ белем кәрәк тип уйлап, республика кимәлендә ошо медиафорумды үткәрергә булдыҡ. Бындай саралар бик кәрәк, балалар бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып, медиа өлкәлә ярыша-ярыша эшләрҙәр, тигән өмөттәмен,  – ти 48-се башҡорт лицейының директоры Оксана Нурғәли ҡыҙы Мөхәмәтйәнова.

«48-кадр» медиа үҙәктең етәксеһе Иҙел Нуриев әйтеүенсә, был форумда 14 райондан  14-тән 18 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Ҡыҙҙар, егеттәр өсөн ете йүнәлештә  –  «Мобиль фотография», «График дизайн», «Үҙ-үҙеңде күрһәтеү серҙәре», «Блогер һөнәре», «Видеомонтаж нигеҙҙәре», «Смм-менеджмент», «Хәбәрсе, журналист» оҫталыҡ дәрестәре, интенсив-семинарҙар ойошторолдо. Уларҙы ошо өлкәлә танылған оҫталар үткәрҙе.

Балаларҙың уҡытыусылары ла оҫталыҡтарын камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә булды.

– Мин уҡытыусыларға социаль селтәрҙәрҙе алып барыу нескәлектәре хаҡында һөйләнем. Ул шул тиклем уңайлы платформа. Социаль селтәрҙәрең булһа, һиңә радио, телевидение ла кәрәкмәй. Һинең үҙеңдең  бер ҡоралың бар. Өҫтәүенә, мәктәптәрҙең бик көслө ҡоралы –  ул ата-әсәләр. Ярты ауыл, ҡала барыбер шул белем усағы менән бәйле. Бөтөн мәғлүмәтте ата-әсәләр, балалар аша еткерәләр бит инде. Шуға күрә  ике төрлө ҡоралың булһа, бөтөн булған мәғлүмәтеңде дөрөҫ еткерә белһәң, ошо өлкәлә үҫешә алаһың. Социаль селтәрҙәрҙең ҡоралдарын, алымдарын өйрәттем, алға үҫтереү, танытыу тураһында һөйләнем. Ғөмүмән, социаль селтәрҙәрҙә үҙеңдең төркөмөңдө асҡанда эште ниҙән  башлау, стратегияны нисек яҙыу, ниндәй алымдар ҡулланыу, ниндәй контент ярҙамында үҙеңә нисек дөрөҫ, матур репутация яһау серҙәренә лә төшөндөрҙөм, – ти  «Бәхетнамә» тапшырыуының алып барыусыһы, СММ-тренер Гөлнара Муллаҡаева.

Сара аҙағында бында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла  мәғариф һәм фән министрлығының сертификаттары тапшырылды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: