Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Апрель 2022, 10:30

Беҙҙең юғары уҡыу йорттары 19 миллиондан ашыу аҡса алды

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ юғары белем биреү учреждениелары араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына йомғаҡ яһаны.

Беҙҙең юғары уҡыу йорттары 19 миллиондан ашыу аҡса алды
Беҙҙең юғары уҡыу йорттары 19 миллиондан ашыу аҡса алды

Башҡортостан йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса Волга буйы федераль округының өс лидеры иҫәбенә инде. Төбәктең проекттарына ярҙам күрһәтеүҙең дөйөм суммаһы 19 060 000 һум тәшкил итә.
Иң ҙур ярҙамды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проекттары алды, 5 грантҡа  – 8 760 000 һум. Ярҙам күрһәтелгән башланғыстар һаны буйынса Башҡорт дәүләт университеты – беренсе урында, 7 грантҡа – 4 900 000 һум. Өфө дәүләт нефть техник университетының ике проекты 4 450 000 һум аласаҡ, ә Өфө дәүләт авиация техник университетының проекты 950 000 һум күләмендә грант отто.
Еңеүсе проекттар араһында – мәғариф форумдары, ижади һәм спорт слеттары һәм фестивалдәре, мәғрифәтселек майҙансыҡтары һәм халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп.

Гранттар тапшырыуға эксперттар Рәсәйҙең 60 төбәгенән 373 проектты тәҡдим итте, дөйөм суммаһы 900 миллион һумды тәшкил итә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: