Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Апрель 2022, 09:22

Эшһөйәр династиялар асыҡланасаҡ

Һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм уҡытыусылары өсөн «Минең хеҙмәт династиям» республика конкурсы старт алды. Ул Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арнала.  

Эшһөйәр династиялар асыҡланасаҡ
Эшһөйәр династиялар асыҡланасаҡ

– Конкурс бер нисә тиҫтә йыл дауамында эшләгән иң талантлы һәм эшһөйәр династияларҙы асыҡлау, ҡала, төбәк, республика иҡтисадын һәм социаль төҙөлөшөн үҫтереүгә өлөш индергән өсөн уларҙы дәртләндереү, шулай уҡ ғаилә хеҙмәт традицияларын тергеҙеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә. Беҙҙең төбәктә бындай династиялар күп, беҙ улар хаҡында һөйләүҙәрен һәм улар менән студенттарҙың ғорурланыуын теләйбеҙ, – ти республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Конкурс ике этаптан торасаҡ. Беренсе этапта ғариза яҙып, аңлатмалы яҙыу бирергә кәрәк. Унда династия ағзаларының һөнәри өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы, дәүләт һәм төбәк наградалары, шулай уҡ бөтә династия вәкилдәре алған урындағы үҙидара органдары наградалары һаны, хеҙмәт династияһы ағзалары тарафынан яһалған асыштар, рационализаторлыҡ тәҡдимдәре һаны, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында, йәмәғәт эшендә ҡатнашыу күрһәтелергә тейеш. Икенсе этап Ишембай нефть колледжында үткәрелә, унда ҡатнашыусылар конкурс эштәрен яҡлаясаҡ.

Конкурс йомғаҡтары буйынса «Минең хеҙмәт династиям» һәм «Нефть-газ тармағының хеҙмәт династияһы» номинациялары буйынса еңеүселәр һайлап алына.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан республикаһының йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт автономиялы учреждениеһы һәм Ишембайҙағы нефть колледжы. Тулыраҡ мәғлүмәтте колледждың сайтында Официальный сайт «Государственное автономное профессиональное образовательное учреждение Ишимбайский нефтяной колледж» (ishnk.ru) белә алаһығыҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: