Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2022, 18:05

Финанс мәсьәләләре хәҙерге заман кешеһе тормошоноң бөтә өлкәләренә ҡағыла

Башҡортостандың Финанс министры урынбаҫары Нелли Бердина Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы директоры Рафаэль Сафуанов менән берлектә республикабыҙҙа барған финанс грамоталылығы аҙналығы хаҡында һөйләне. Уға ярашлы уҙғарылған сара 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында үтте.

Финанс мәсьәләләре хәҙерге заман кешеһе тормошоноң бөтә өлкәләренә ҡағыла
Финанс мәсьәләләре хәҙерге заман кешеһе тормошоноң бөтә өлкәләренә ҡағыла

– Финанс мәсьәләләре хәҙерге заман кешеһе тормошоноң бөтә өлкәләренә ҡағыла, ә финанс грамоталылығы, уҡый һәм яҙа белгән кеүек, тормошта кәрәкле күнекмәгә әйләнде.

Финанс белемле кеше үҙенең сығымдарын һәм килемен иҫәпләй, ғаилә йәки шәхси ҡаҙнаны алып бара, артыҡ бурыстарға инмәй, финанс «хәүефһеҙлек мендәре»нә эйә. Финанс грамоталылығы үҙ финанс именлегең менән идара итергә, оҙайлы ваҡытҡа пландар төҙөргә һәм уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә.

Республикала төрлө йәштәге балаларҙы финанс яҡтан грамоталылыҡҡа өйрәтеү өсөн инфраструктура булдырылған: методик үҙәк эшләп килә, 2500-ҙән ашыу педагог әҙерләнгән, инновацион белем биреү майҙансығы эшләй, мәктәптәр уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителгән, –  тип билдәләне БР финанс министры урынбаҫары Нелли Бердина.

Республикабыҙҙа аҙналыҡты үткәреүҙең төбәк координаторы булып һәр ваҡыттағыса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы тора.

Аҙналыҡ сараларының күбеһе интернет селтәрендә дистанцион форматта уҙғарыла. Бындай формат ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Финанс грамоталылыҡ аҙналығының республика программаһы бөгөн мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙән сығып төҙөлгән. Аҙналыҡ программаһына түбәндәге темаларға онлайн-лекциялар индерелгән: «Санкциялар шарттарында банк системаһының эше»; «Ғәҙел һанлы финанс хеҙмәттәре»; «Санкциялар арҡаһында килемде юғалтҡан осраҡта кредит каникулдарын нисек рәсмиләштерергә»; «Һанлы донъяла мутлашыусылар»; «Нисек финанс мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә»; «Үҙ гаджеттарыңды мутлашыуҙан нисек һаҡларға»; «Финанс мутлашыу. Үҙ-үҙеңде һәм ғаиләңде һаҡла»; «Яңы эш башлаусы инвесторҙың финанс инструменттары»; «Яңы эш башлаусы инвесторҙың өс аҙымы».

Финанс грамоталылыҡ аҙналығында ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Бөгөн был сараларҙа Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарынан өлкәндәр һәм балалар ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙналыҡтың ваҡиғалар календары Финанс университетының Өфө филиалы сайтында урынлаштырылған.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: