Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2022, 11:36

Беҙҙең тәжрибә менән федераль башҡарма власть органдары ла ҡыҙыҡһына

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов әле Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә булдырылған полилингваль мәктәптәр араһындағы төп айырманы атаны. Уның билдәләүенсә, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса сәйәсәтте тормошҡа ашырыу йәһәтенән полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырыу буйынса проект ҙур әһәмиәткә эйә.

Беҙҙең тәжрибә менән федераль башҡарма власть органдары ла ҡыҙыҡһына
Беҙҙең тәжрибә менән федераль башҡарма власть органдары ла ҡыҙыҡһына

«Полилингваль мәктәптәр йәки гимназиялар Рәсәйҙең байтаҡ милли төбәктәрендә асыла. Башҡортостандағы проекттың төп үҙенсәлеге – полилингваль мәктәптәр селтәре республика биләмәһендә йәшәгән бөтә төп халыҡтарҙың туған телдәрен яҡлау принцибы буйынса төҙөлә», – тип аңлатты вице-премьер Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн төбәктә башҡорт, татар мәктәптәре асылған, мари һәм сыуаш мәктәптәренең асылыуы ла күҙаллана. Азат Бадранов һүҙҙәренсә, республика тәжрибәһе менән федераль башҡарма власть органдары ла ҡыҙыҡһына.

Әйткәндәй, әле республикала 14 туған тел өйрәнелә. 2021 – 2022 уҡыу йылында уҡыусыларҙың 99,4 проценты йәки 505 меңгә яҡын бала туған телен өйрәнә.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең 2021 йылда үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре лә республикала тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа уңыштар булыуын дәлилләй. Мәҫәлән, һорау алыныусыларҙың 95 проценты халыҡҡа рус телен белеүҙә бирелгән мөмкинлектәрҙе ыңғай баһалай. Башҡортостан халҡының 85 проценты туған телдәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙың сифаты менән ҡәнәғәт.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: