Әйткәндәй, республикабыҙҙа БДИ формаһында үткәрелгән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек һәм уны үткәреүҙең һөҙөмтәле системаһы яйға һалынған. Имтихан һөҙөмтәләре БДИ-ның асыҡлығын һәм ғәҙел үтеүен раҫлай.
Урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн XI синыфтар элеккесә рус теленән һәм математиканан мотлаҡ булған имтихан тапшыра. Уҡыусылар математиканы база йәки йүнәлешле кимәлдә һайлай ала. 2022 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы өс осорҙа уҙғарыла: ваҡытынан алда – 21 марттан 15 апрелгә тиклем; төп – 26 майҙан 2 июлгә тиклем; өҫтәмә – 5 – 20 сентябрҙә.
Быйыл республикабыҙҙа күп сығарылыш синыф уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған, һынау тотоусыларҙың 37,3 проценты унан имтихан тапшырасаҡ. Унан һуң информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары – 23 процент, биология – 20,3 процент, физика – 19,7 процент, химия – 17,9 процент һәм тарих 12,3 процентты тәшкил итә.
Фото: Т. АМАНОВ.