Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2022, 10:50

Материалдарҙы Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡуллана ала

«ЯКласс»тың һанлы белем биреү ресурсында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» фәне барлыҡҡа килде.

Материалдарҙы Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡуллана ала
Материалдарҙы Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡуллана ала

– Мәктәптә белем биргәндәр, уҡыған йәки эшләгәндәр Якласс һанлы белем биреү ресурсын яҡшы белә. Сөнки Башҡортостан уны ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләй. Һанлы платформа уҡытыусыларға  балаларҙы уҡытыу уңайлы булһын өсөн йүнәлтелгән, ә уҡыусылар үҙҙәре инеп, үҙ аллы шөғөлләнә ала, – ти Һанлы белем биреү ресурсының төбәк вәкиле Морат Ишемғолов.

 Контентты булдырыу буйынса эште үткән йылдың ноябренән республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында  ЯКласс һәм Мәғарифты үҫтереү институты башлап ебәргән, үҙ эшен белгән тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәлеп ителгән. Бында башҡорт телен уҡытыуҙың ике линияһы буйынса тест, викторина, контроль һәм ижади эштәр индерелгән 3 105 эш булдырылған. Аныҡ темалар буйынса эштәрҙе (тестар, викториналар) үткән материалды тикшереүҙә лә, яңыһын өйрәнеүҙә лә ҡулланырға мөмкин. Уҡыу йылы башында, сирек һәм уҡыу йылы аҙағында, әҙер контроль эштәрҙе уҡыусылар белемен тикшереү өсөн файҙаланырға мөмкин. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен «Ижади эштәр» бүлегендә үҫтереү мөмкинлеге бар.

Әлеге ваҡытта был проект ЯКласс платформаһында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында бөтә эре һанлы платформалар буйынса ла туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә тәүге үҙенсәлекле проект булып тора. Бындағы материалдар менән Башҡортостан уҡыусылары һәм уҡытыусылары ғына түгел, башҡа яҡтарҙа йәшәгәндәр ҙә ҡуллана ала.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: