Сөнки ул ғүмерлеккә формалаша. Әлбиттә, тәү сиратта кескәй кешелә тормошҡа һәм хәүефһеҙлеккә дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү өсөн ата-әсә яуап бирә. Был донъяға килеүҙең тәүге минутынан уҡ башлана. Уның тәртибен ойоштороу, дөрөҫ ашатыу, тәрбиәләү менән бер рәттә төрлө тормош хәлендә баланың именлеген тәьмин итеү ҙә тора.
Тирә-яҡ мөхит яйлап баланың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Көндән-көн ул ниндәйҙер яңылыҡ белергә, төрлө билдәһеҙ әйбер менән танышырға ынтыла. Шуға ла ул йөрөгән ерҙә мөмкин тиклем хәүефһеҙ шарт булдырырға тырышығыҙ. Ниндәйҙер бәлә булырын көтмәй, баланың тирә-яғындағы хәүефле әйберҙәрҙе йыйып ҡуйырға кәрәк. Юғиһә оҙайлы ваҡыт дауалау талап ителгән күңелһеҙ хәлдәр ҙә осрай. Мәҫәлән, сәйнүктән ҡайнар һыу түгелеүе һәм башҡа хәлдәр булыуы бар.
Өс йәшкә тиклемге баланы ҡарауҙа төп ролде әсә башҡара. Ул шыуыша, йөрөй башлағас, хәстәр тағы ла арта. Сабый өсөн көнкүрештәге ултырғыс, өҫтәл, розетка, һауыт-һаба, ваҡ уйынсыҡ, көнкүреш приборҙары һәм башҡа әйберҙәр хәүеф тыуҙыра. Уларҙы дөрөҫ файҙаланыуҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе ата-әсәгә уйын, әңгәмә, бәләкәс менән аралашыу рәүешендә аңлатырға кәңәш ителә. Шул уҡ ваҡытта мөмкин тиклем күберәк бала менән һөйләшегеҙ. Әсәйҙең яғымлы тауышы донъяны дөрөҫ ҡабул итергә ярҙам итә.
Өс йәшкә тиклемге осор тиҙ тамамлана һәм һәр бала үҙ ҡанундары, ҡағиҙәләре булған ваҡытҡа аяҡ баҫа. Дәрес, уйын рәүешендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштерергә ата-әсәһе, туғандары ғына түгел, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, уҡытыусылар ҙа ярҙам итә.
Балағыҙ менән янғын хәүефһеҙлеге хаҡында һөйләшеп алһағыҙ, бик яҡшы булыр. Уға шырпы уйынсыҡ түгел, уттың мәрәкә булмауын, ауыр бәлә-ҡазаға килтереүен аңлатырға тырышығыҙ. Бәлә-ҡаза була ҡалһа, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәһенә өйрәтегеҙ. Бәләкәскә уттан йәшенергә ярамағанлығын, йорттан тиҙерәк сығырға, нимәнелер өйҙән алып сыҡмаҫҡа кәрәклеген һөйләгеҙ.
Ата-әсәләргә һәм балаларға бер нисә кәңәш