Был уҡыу йорто үҙ тарихында бик күп шәхесте уҡытып, тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Рәми Ғариповтың да 1946 – 1950 йылдарҙағы яҙмышы ошо интернат менән (элек ул Өфөнөң 9-сы урта мәктәбе була) бәйле. Илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы, әҙәби талантҡа башланғысты бәрәкәтле Салауат ере бирһә, интернат уны нығытҡан, тойғоларын тәрәнәйткән. Бөгөн бында уға алмаш булырҙай киләсәк быуын тәрбиәләнә. Әҙәби-музыкаль тамашала ҡатнашҡан балаларҙың сығышын ҡарап, тамашасыларҙың да күңеле күтәрелде, ғорурланыу тойғоһо кисерҙе. “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле, “Аманат” этно-фольклор төркөмө, театр түңәрәге, ҡурайсылар ансамбле – талантты үҫтереү мөмкинлектәре лә күп шул.
– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған “Февраль, буран...” спектаклен ҡарағас, күңелдә, Рәми ролен уйнаһаң ине, тигән хыял барлыҡҡа килгәйне. Быйыл ул тормошҡа ашты, – ти “Уҡ осошондай ғүмер балҡышы” тамашаһында төп ролде уйнаусы Илназ Исхаҡов. – Әлбиттә, ул турала мин генә түгел, күптәр хыялланған – конкурс ҙур булды. Ойоштороусылар һәр беребеҙҙән шиғырҙар һөйләтеп ҡарап, кастинг үткәрҙе һәм мине һайлап алды.
Илназ Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан. Унда башланғыс кластарҙы тамамлағас, Сибай гимназияһында белем алған. “Кендек” КВН командаһы составында сығыш яһаған. 8-се класҡа иһә Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына килгән. Әлеге ваҡытта ул 10-сы класта белем ала. Өлгөр егет яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Химия, математика, башҡорт теле дәрестәрен ярата. Әҙәби китаптарҙы күп уҡый. Яратҡан авторҙары – Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов. Яҡташы Абдулхаҡ Игебаев менән ғорурлана. Ә йәйге ялдарҙы рәхәтләнеп ауылда үткәрә: атта саба, ата-әсәһенә бесән эшләшә, баҡса үҫтерә. Әйткәндәй, ул биш балалы ҙур татыу ғаиләнән. Илназ, химия йүнәлешендәге класта белем алыуға ҡарамаҫтан, киләсәген сәнғәт менән бәйләргә хыяллана. Был аңлашыла ла: Рәми ролен ул ҙур ихласлыҡ, оло һөйөү менән башҡарҙы.
Гимназия йыл һайын Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшыра. Быйыл ул яҡшы уҡыуы, белемгә ынтылышы, гимназия сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Арыҫлан Ниязғолов, Илүзә Янбаева һәм Гөлсинә Йомағужинаға тапшырылды. Ә билдәле шәхестәр араһында был юғары бүләккә Фәнил Ҡоҙаҡаев (журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре), Альбина Кайбышева (Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы) һәм Әхәт Бәкеров (табип-гематолог, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы) лайыҡ булды.
Үҙ шәхесен күтәргән милләт дан ҡаҙана. Рәми Ғариповтың – талантлы шағирҙың тормош юлын ғына түгел, күңел торошон, йәшәйешен, кисерештәрен сағылдырған тамаша йәш быуынды уйландырҙы, хатта һиҫкәндерҙе. Уның һәр фекере, шиғри юл булып тыуған илһөйәрлеге, телһөйәрлеге киләсәктә лә йәшәргә тейеш. Һәм, әлбиттә, башҡорт теле йәшәһен!
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа моңло йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.