Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Март 2022, 16:40

Ҡыйынлыҡтар аша – камиллыҡҡа

Өфө районының Жуков ауылын­дағы «Уңыш мәктәбе»нең инглиз теле уҡытыусыһы Айһылыу Байдәүлә­тованың һәр дәресен балалар көтөп ала һәм ҙур теләк менән тел нескәлектәрен өйрәнә.

Айһылыу Байдәүләтова – Күгәрсен районының Игебай ауылы ҡыҙы. Ҡыҙ кескәй сағынан, туған телен өйрәнеү менән бер рәттән, яҡындары менән сит телдә аралашып үҫә. Уҡырға бармаҫ элек үк отҡор Айһылыу әсәһенән немец телен өйрәнеп ала, мәктәптә инглиз телен үҙләштерә. Ошо рәүешле сит телдәрҙе өйрәнеү уның яратҡан шөғөлөнә әүерелә.

– Мәктәпте тамамлағас, миңә ниҙер һайлап торорға кәрәкмәй ине. Документтарымды тоттом да тура филология факультетына барҙым. Вуздар араһынан һайлау Мифтахетдин Аҡмулла исемен­дәге БДПУ-ға төштө.

Көнсығыш һуғыш сәнғәте менән шөғөлләнһенме, ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашһынмы – ҡыҙ студент ваҡытының бер генә минутын да бушҡа үткәрмәй. Телде өйрәнеү өсөн дә күп көс һала. Бының өсөн ирекмәндәр сафына баҫып, Өфөлә донъя кимәлендәге ярыштарҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары, билбау көрәше буйынса донъя беренселеге, биатлон чемпионаты һәм башҡа ярыштар телде нығыраҡ үҙләштерергә ярҙам итә. Ул сит ил ҡунаҡтары менән аралаша, мөһим осрашыу­ҙарҙы, әңгәмәләрҙе тәржемәләй. Айырыуса ярышҡа килгән балалар менән эшләү оҡшай ине, тип хәтерләй Айһылыу.

– Тап шунда балаларҙы яратҡанымды аңланым. Һәм, бер нәмәгә ҡарамай, мәктәпкә барырға, тигән ҡарарға килдем. Студент саҡта ярыштарҙа ҡатнашыу кешеләр менән аралашырға өйрәтте, вузда алған белемемде нығытты.

Бөгөн Айһылыуҙың хыялы тор­мошҡа ашҡан. Ул – үҙ һөнәренә бар күңеле менән бирелгән уҡытыусы. Өфө районының Жуков ауылындағы «Уңыш мәктәбе» дөйөм белем биреү мәктәбендә балаларҙы инглиз теле серҙәренә  өйрәтә. Айһылыу Юныс ҡыҙы тәүге көндән ең һыҙғанып эшкә тотона, етәкселеккә идеяларын тәҡдим итә, үҙ кабинетының дизайнын эшләп, балаларға инглиз мөхите булдыра. Әммә, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, тәүҙән үк барыһы ла еңел генә бирелмәй.

– Тәүге осорҙа бөтәһе лә әкиәттәге кеүек тойолдо. Эшемде яраттым. Әммә төрлө холоҡло балалар, уларҙың ата-әсәләре менән эшләү, техник мөмкин­лектәрҙең етмәүе ҡапыл албырғатты. Баҙап ҡалдым. Мәктәптән ҡасырға уйлаған саҡтар ҙа булды хатта. Уҡытыусы эшенең асылын, юлы ни тиклем һикәлтәле булыуын яйлап аңлағас ҡына үҙемде ҡулға алдым. Бирешергә телә­мәнем. Тәүге ауырлыҡтарҙы көн­дәлек педагогик кейстар ярҙамында үттем. Дә­рестәремде ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәрергә, кисәгенән яҡшыраҡ эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙым. Яйлап үҙ методикамды булдырҙым. 

Әлбиттә, йәш уҡытыусыға үҙенең сәмлелеге, булдыҡлылығы юғалып ҡал­маҫҡа ярҙам итә. «AIESEC» ирекмәнлек үҙәге менән хеҙмәттәшлек итергә тотона. Дәрестәрен ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн ШОС һәм БРИКС илдәрендә уҡыған студенттарҙы саҡырып, тик инглиз телендә генә осрашыуҙар үткәрә башлай. Әлбиттә, бындай сараларҙан баланың күҙҙәренә осҡон ҡуна, телде өйрәнеү теләге артҡандан-арта. Уҡытыусының үҙенә лә ирекмәнлек үҙәге ярҙамында Европа илдәренә сәйәхәт итеү мөмкинлеге килеп тыуа. Ул Бөйөк Британияла була, ҡалаларҙың иҫтәлекле урындары менән генә танышып ҡалмай, тел курстарына йөрөргә лә форсат таба.

– Баҡтиһәң, унда бөтөнләй икенсе төрлө уҡыталар икән! Шаҡ ҡаттым. Методикамды йәһәт кенә төҙәтергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем. Телде уҡытыуҙың заманса алымдарын өйрәнеп, яңы белемгә һыуһаған уҡыусыларыма ҡыуанып ҡайтып төштөм. Дәрестәрем күңеллерәк үтә башланы: яңы карточкалар, ҡыҙыҡлы уйындар, сағыу китаптар. Ҡыҫҡаһы, гаджеттарың ары торһон. Уҡыусылар һәр дәресемде түҙемһеҙлек менән көтөп ала башланы. Ә был мине ҡанатландырҙы ғына.

Айһылыу Юныс ҡыҙы үҙенең тәжри­бәһе менән Өфөнөң Октябрь районы уҡытыусыларының методик берләш­мәһендә уртаҡлаша, теләктәрен еткерә. Тап уның үтенесе буйынса Жуков мәктәбендә сит телдәрҙе уҡытыуҙа икенсе быуын ФГОС методикаһы ҡулланыла башлай. Пандемияға тиклем Айһылыу Байдәүләтова яратҡан уҡыу­сылары менән бар Европаны айҡап сыға. Атап әйткәндә, Ирландия, Чехия, Германия, Польша, Бельгия, Нидерланд, Австрия, Белоруссия, Великобритания кеүек илдәрҙә була улар. Тынғыһыҙ педагогтың иң төп проекты – «Полиглот» полилингваль клубы. Балалар бында башҡорт, рус, инглиз, немец телдәрен генә өйрәнеп ҡалмай, БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм башҡа сит ил университеттарынан оҫталыҡ дәрестәре ала, донъя кимәлендәге билдәле шәхестәр менән таныша. Мәҫәлән, һуңғы тапҡыр улар ҡатнаш көрәш буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон менән осрашҡан. 

Ҡыҫҡаһы, Айһылыу Юныс ҡыҙы ниндәй генә эшкә тотонһа ла, иң тәүҙә балаларҙың белемен арттырыуҙы, уларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был йәһәттән уның «Йыл уҡытыусыһы», «Педагог-мас­тер» һәм «Восхождение» конкурс­тарындағы еңеү-номинацияларын телгә алмау мөмкин түгел. Яңыраҡ педагог «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабында өсөнсө урынға лайыҡ булған. Афарин, Айһылыу Юныс ҡыҙы! Һеҙҙең кеүек уҡытыусылар күберәк булһын ине!

 

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.

Читайте нас: