Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Март 2022, 15:48

Рәсәйҙә БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы башланды

Был осорҙа ил буйынса  14 меңдән ашыу кеше ҡатнашыу теләген белдергән.

Рәсәйҙә  БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы башланды
Рәсәйҙә БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы башланды

Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабында уҙған йылдарҙа мәктәпте  тамамлаусылар һәм кисерерлек сәбәптәр арҡаһында имтихандарҙы төп ваҡытта  тапшыра алмаған быйылғы сығарылыш синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. 2020, 2021 йылдарҙа пандемияға бәйле алдан тапшырыу этабын төп этапҡа күсерергә тура килгәйне. Әлеге йылда, ниһайәт, барыһы ла план буйынса уҙасаҡ.

Бөгөн, 21 мартта, алдан тапшырыусылар география, рус әҙәбиәте һәм химиянан бирҙе. Унан 24 мартта – рус теле, 28 мартта база һәм йүнәлешле математика, 31 мартта тарих, физика, сит телдәр буйынса яҙма өлөшө, 1 апрель – сит телдәр буйынса телдән, 4 апрель – информатика, 7 апрель – йәмғиәтте өйрәнеү һәм биология. 11 – 18 апрель – бөтә фәндәрҙе тапшырыу өсөн резерв кондәр.

Ваҡытынан алда тапшырыу һынауҙары, Ненец һәм Чукотка автономиялы округтарынан тыш, бөтә төбәктәрҙә лә үтәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: