Уны, «Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәйҙәр менән БДИ тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ойоштора.
Акцияла Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән сығарылыш синыф уҡыусыларының ата-әсәләре ҡатнаша ала. Был көндө ата-әсәйҙәр балалары менән урындарын алмашып, имтихан пунктынан ингәндән алып үҙ һөҙөмтәләрен алғанға тиклем БДИ-ның бөтә процедураһын үтәсәк.
Быйыл уларға математика буйынса база кимәлендәге Берҙәм дәүләт имтиханының ҡыҫҡартылған вариантын яҙырға тәҡдим ителә.
Сара барышында түбәндәгеләрҙе күрергә мөмкин:
– БДИ-ға теркәлеү нисек үтә, ҡатнашыусылар аудиторияларға нисек ултыртыла;
– БДИ-ла ҡатнашыусының эш урыны нисек;
– БДИ-ны уҙғарыу ғәҙеллегенә контроль нисек ойошторолған;
– Имтихан үткәреү пункттарында ниндәй эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары күрелә;
– Имтихан үткәреү пунктында контроль-үлсәү материалдарын баҫтырып сығарыу һәм сканер аша үткәреү нисек бара.
Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ, ҡара гель ручкаһы, бейдж алып килергә кәрәк.
Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы, Степан Кувыкин урамы, 100-сө һанлы йорт. Башланыу ваҡыт: иртәнге сәғәт 10.
Кемдәр эшлекле уйында ҡатнашырға теләй, 16 мартҡа тиклем [email protected] электрон почтаһы буйынса ғариза ебәрергә кәрәк. Унда исем, фамилия, атайығыҙҙың исемен, эш урынын, телефонығыҙҙы тулыһынса күрһәтегеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.