Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март 2022, 08:50

Гүзәл Ҡараҙбаева Бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ

Баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» республика һөнәри конкурсының еңеүселәре билдәле булды.   

Гүзәл Ҡараҙбаева Бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ
Гүзәл Ҡараҙбаева Бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ

Бәйге иң яҡшы белем биреү хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында уҙғарыла. Быйылдан, әлеге һөнәри конкурсҡа ярашлы, беренсе тапҡыр «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы ла ойошторолдо. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының 97 педагогы оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, еңеүсе исемен алыу өсөн көс һынашты. Беренсе һәм икенсе тур йомғаҡтары буйынса дөйөм рейтингта иң күп балл йыйған һәр конкурс буйынса 15 лидер конкурс финалында еңеүсе исеме өсөн көрәште.

Шулай итеп, «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсында Мәләүез районының 16-сы  «Миләш» балалар баҡсаһынан Гүзәл Ҡараҙбаева еңеүсе тип танылды. «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһендә Дыуан районы Мәсәғүттәге 2-се балалар баҡсаһынан Юлиә Фәтҡуллина «иң-иңе» булды.

Еңеүсе Гүзәл Ҡараҙбаева көҙгөһөн Ярославль өлкәһендә уҙасаҡ «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ. Уға уңыштар теләйек.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: