Өфө халҡы һәм уның ҡунаҡтары йәнә ҡаланың уҡыу йорттары, китапханаларын һәм йәмәғәт киңлектәрен күрәсәк. Әммә бының менән генә сикләнмәй, акцияны теләгән ерҙә үткәрергә, шул иҫәптән офиста ла корпоратив «Тоталь диктант» ойошторорға мөмкин.
Быйыл текстың авторы – Рәсәй яҙыусыһы, тәржемәсе һәм сценарий яҙыусы Марина Степнова. Ғәҙәттәгесә, диктант тексын билдәле алып барыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, профессиональ филологтар һәм уҡытыусылар уҡыясаҡ.
Акцияла ҡатнашыу бушлай, русса яҙа белгән барыһы ла ҡатнашырға саҡырыла. Башланыу ваҡыты: көндөҙгө сәғәт 1-ҙә. Майҙансыҡҡа 30 марттан «Тоталь диктант»тың рәсми сайты аша https://totaldict.ru/ufa/ теркәлергә була. Шунда уҡ проекттың яңылыҡтары менән танышып бара алаһығыҙ. Барлыҡ мәғлүмәт акцияның социаль селтәрҙәрендә лә урынлаштырыла.
Фото: Т. АМАНОВ.