Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Март 2022, 07:00

Ата-әсәләр ебәргән хаталар

Ата-әсәгә үҙ хатаһын аңлау һәм ҡабул итеү бик ауыр.

 «Үҙе шундай иғтибарһыҙ инде, бының менән бер ни эшләп тә булмай», – тип әйтеүе еңелерәк. Баланың ниндәй булып үҫеүе яҡындарынан тороуын онот­маһаҡ ине. Шуға дөрөҫ ҡим­мәттәрҙе бәләкәйҙән тәр­биәләү зарур, юғиһә аҙаҡ уның башына индереү ҡыйынға тура киләсәк.

Бала тәрбиәләгән ваҡытта иң ныҡ таралған хата – ҡәтғи тыйыуҙар. Тыйыу еңел ул, ә бына ни өсөн улай эшләргә ярамағанлығын аңлатыу ҡатмарлыраҡ. Тағы ла нисек дөрөҫ эшләргә һәм ни өсөн шулай дөрөҫ икәнен аңлатырға кәрәк. Шул ваҡытта бәләкәс ҡылған эшенең эҙемтәһе хаҡында уйлана башлаясаҡ.

Ҡайһы саҡта ата-әсә аудиторияла лекция уҡып торған лекторҙы хәтерләтә. Күптән түгел генә көршәктән торған бала быны нисек ҡабул итә һуң? Бер нисек тә.  Лекция мәғәнәһеҙ. Баланың мәғлүмәтте үҙләштереү һәләте төрлөсә һәм телмәр үҫешенә бәйле. Бәләкәс күп нәмәне аңламай.

Шуға күрә ата-әсәнең өгөт-нәсихәте ике шарт үтәлгән осраҡта ғына һөҙөмтәле буласаҡ:

– баланың мәғлүмәтте ҡабул итергә әҙер булыуы;

– лекцияның ҡыҫҡалығы (нимә ярамай һәм ни өсөн).

Баланың иғтибарһыҙлығын, тарҡаулығын төҙәтәм тип, ебәргән башҡа хаталарҙы ла ҡыҫҡаса ҡарап үтәйек. Ата-әсәгә быларҙы белеү бик мөһим.

  1. Иғтибарһыҙлыҡ өсөн баланы бер ваҡытта ла әрләргә ярамай.
  2. Уны һис тә кәмһетмәгеҙ.
  3. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа яҡшы булған икенсе бер бала менән сағыштырмағыҙ.
  4. Хәтерендә ҡалдырһын өсөн нимәнелер ҡат-ҡат эшләргә мәжбүр итмәгеҙ.
  5. Бала ауырымаһа, уның иғтибары тарҡау булыуы һеҙҙең хаталарығыҙ һөҙөмтәһе икәнен ҡабул итергә тырышығыҙ.
  6. Бергә эшләгән ваҡытта ғына хәлде төҙәтеп була.

    Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА
Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: