Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2022, 18:27

Күмертау педагогия колледжында йүнәлешле психология-педагогия синыфы асыла

Был синыфтар  мәктәп уҡыусыларында педагогик һөнәрҙәр хаҡында төшөнсә булдырырға, психологик-педагогик һәм социаль-педагогик эшмәкәрлек тәжрибәһен алырға булышлыҡ итәсәк, уҡыусыларҙа педагогик эшмәкәрлек күнекмәләрен һәм һәләттәрен үҫтерәсәк.

Күмертау педагогия колледжында йүнәлешле психология-педагогия синыфы асыла
Күмертау педагогия колледжында йүнәлешле психология-педагогия синыфы асыла

– Рәсәйҙең мәғариф системаһында йүнәлешле уҡытыуҙың төрлө моделдәрен тормошҡа ашырыу буйынса ҙур тәжрибә тупланған. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә йүнәлешле психологик-педагогик синыфтар селтәрен киңәйтеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан «Йүнәлешле психологик-педагогик синыфтар концепцияһы» раҫланған, – ти республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Йүнәлешле психологик-педагогик синыфтың белем биреү программаһы 20 сәғәткә иҫәпләнгән. Эшлекле һәм шәхси сифаттарҙы, шәхестең эске ресурстарын, конфликттарҙағы позицияларҙы баһалауға социаль-психологик күнекмәләр үткәреү ҡаралған. Робот техникаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ижади оҫтаханалар ойоштороласаҡ.

Социаль партнерлыҡҡа ярашлы, мәктәп уҡыусылары ла социаль йүнәлешле проектҡа йәлеп ителәсәк һәм театрлаштырылған эшмәкәрлекте ойоштороу буйынса профессиональ һынауҙарҙа ҡатнашасаҡ. Белем алыу WorldSkills хәҙерге заман стандарттары буйынса булдырылған оҫтаханаларҙа
«Башланғыс синыфтаҙа уҡытыу», «Мәктәпкәсә тәрбиә биреү», «Физик культура, спорт һәм фитнес» компетенциялары буйынса уҙғарыласаҡ.

 



Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: