Уның маҡсаты – бер нисә телдә аралашҡан һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә дәртләндереү, уларҙы өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу һәм балаларҙы мәҙәни-ара коммуникация контексында полилингваль белем биреүҙе үҫтереү маҡсатында балаларҙы донъяның мәҙәни мираҫына йәлеп итеү.
Олимпиаданың жюри составына БДУ, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыусылары, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге белгестәре, республикабыҙ дөйөм белем биреү ойошмаларының алдынғы туған һәм сит телдәр уҡытыусылары, шулай уҡ сит телдәрҙә аралашыусылар инде.
Олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин сығыш яһаны.
– «Ағиҙел» полилингваль олимпиадаһы Башҡортостанда йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың теле, мәҙәниәте, тарихы һәм традицияһы менән вәкилдәрен берләштереүсе майҙансыҡҡа әүерелергә һәм республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар өсөн туған, сит телдәрҙе өйрәнеү менән телде өйрәнеүсе мәғариф-мәҙәни мөхит булдырырға тейеш. Телде күберәк белгән һайын, беҙ башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм донъяға ҡарашын күберәк өйрәнәбеҙ, шул тиклем көслөрәк, аҡыллыраҡ һәм дуҫыраҡ була барабыҙ, – тип билдәләне Азат Рафаиль улы.
Олимпиаданың беренсе этабында белем биреү учреждениеларының V – XI синыфынан 2911 уҡыусы көсөн һынаһа, икенсе йомғаҡлау этабында һайлап алыу туры еңеүселәре «Ток-шоу» форматындағы белем биреү проектында ҡатнашты. 91 уҡыусы командаларға бүленеп, Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенә арналған проекттар әҙерләне һәм яҡланы.
Олимпиаданың еңеүселәре тип Ғафури районы Красноусолдағы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт интернат-гимназияһынан Иршат Дауытов һәм 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназиянан Настя Цветкова танылды. Уларға Сочи ҡалаһындағы мультителле лагерға юлламалар тапшырылды.
Ә 20 уҡыусы олимпиаданың призёры булды, улар Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының инглиз теле курстарына сертификаттар, тарихи Өфө буйлап экскурсияға сертификаттар, планшеттар менән бүләкләнде.
Фото: Т. АМАНОВ.