Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Февраль 2022, 14:35

Дистанцион уҡыу яҡшымы, насармы?

Өйҙә уҡыуҙың ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары бар? Әле дистанцион уҡыған белем усаҡтары бармы? Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Сәләм» тапшырыуында республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне.

Республика менән идара итеү үҙәге үткәргән һуңғы социологик һорау алыуҙарҙың береһе лә дистанцион белем биреү темаһына арналған. Унда мәктәп  йәшендәге балалары булған ата-әсәләр ҡатнашҡан. Улар әйтеүенсә, өйҙә уҡыған балаларға уҡытыусылар менән йәнле аралашыу етешмәй (56%), минустарҙан – компьютер артында оҙаҡ ултырыу, ә был һаулыҡҡа кире йоғонто яһай (47%), белемде объектив баһалап булмау (33%) һәм химия, биология, физика буйынса практик дәрестәр уҙғарыу мөмкинлеге (37%) юҡ.

Яҡшы яҡтары ла бар. Бындай формат уңайлы шарттарҙа уҡыу мөмкинлеге бирә, бынан тыш, компьютер һәм интернет булған осраҡта, быны һәр урындан эшләргә мөмкин. Алыҫ ауылдарҙағы балалар республиканың һәм Рәсәйҙең көслө уҡытыусылары, профессорҙары менән эшләй ала.

Дистанцион белем биреүҙе индереү – ул ваҡытлыса, мәжбүри сара. Пандемия шарттарында беренсе урында – балаларҙың һаулығы. Ата-әсәләрҙең 66 проценты дистанцион уҡытыу коронавирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефен кәметеүен таныған. Әле барлыҡ белем усаҡтары ла ғәҙәти уҡыуға кире ҡайтҡан.

                                                                                                                        

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: