Был олимпиадала I – IX синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.
– Онлайн рәүештә үткән ярыш финанс грамоталылығы буйынса төп терминдар һәм принциптарҙы төшөнөргә ярҙам итәсәк. Уйын форматында ҡатнашыусылар йәшәү өсөн мөһим кеҫә аҡсалары сығымдарын планлаштырыу күнекмәләрен аласаҡ, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнәсәк һәм шәхси сифаттарын тикшерәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Финанс министры Лира Иғтисамова.
Трансляция 1 мартта Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 10-сы яртыла Рәсәй банкының «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә башлана. Бынан тыш, сара сәхифәһендә һәм Учи.ру платформаһында уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың шәхси кабинеттарында ла трансляцияға ҡушылырға мөмкин.
Онлайн-дәрес форматында олимпиаданы Рәсәй Банкы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Чистюхин асасаҡ.
Олимпиадаға түбәндәгесә ҡушылырға мөмкин:
Фото: Т. АМАНОВ.