Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Февраль 2022, 16:04

БДУ – тәүге тапҡыр Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы майҙансығы

Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең алты алдынғы юғары уҡыу йорто араһында Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының филологик ярышын ойоштороусылар иҫәбенә инде.

БДУ –  тәүге тапҡыр  Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы майҙансығы
БДУ – тәүге тапҡыр Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы майҙансығы

Ул тәүге тапҡыр Ҡазан, Себер, Төньяҡ (Арктика) федераль, Чечен дәүләт педагогия университеты менән бер рәттән был олимпиаданың майҙансығы булып сығыш яһай. Филология буйынса уҡыусыларҙың Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле, эвен теле һәм әҙәбиәте, ненец теле һәм әҙәбиәте, чечен теле, юкагир теле һәм әҙәбиәте, яҡут теле һәм әҙәбиәтенән уҙғарыла.

Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тест эштәре әҙерләгән. Ярыштың беренсе этабы 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйһа, һуңғы этапҡа 107-һе үткән.

– Башҡорт дәүләт университеты бындай кимәлдәге сара үткәреү өсөн тәүге тапҡыр майҙансыҡ булып сығыш яһай. Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт. 2022 йылда Рәсәйҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы иғлан иткән Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре ун йыллығы башлана. Алыҫтан тороп үткәрелгән олимпиаданың беренсе турында ҡатнашыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Башҡорт дәүләт университетында Төньяҡ-көнсығыш мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабы 2 мартта үтәсәк. Еңеүселәр һәм призерҙар Рәсәй вуздарына һынауһыҙ йүнәлештәргә уҡырға инә йәки БДИ өсөн 100 балл йыйған кешеләргә тиңләштерелә ала (БДИ 75 балдан кәм булмаған осраҡта), – ти башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: