Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2022, 21:35

«Республикабыҙ донъя кимәлендәге фән картаһында сағылыш таба башланы»

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең дүрт университеты донъяның иң яҡшы университеттары ТОП 10 процент исемлегенә инде.

«Республикабыҙ донъя кимәлендәге фән картаһында сағылыш таба башланы»
«Республикабыҙ донъя кимәлендәге фән картаһында сағылыш таба башланы»

2022 йылғы глобаль агрегацияланған рейтинг һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең 86 юғары уҡыу йорто ТОП 10 процентҡа ингән.  Улар араһында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт, Башҡорт дәүләт медицина, Өфө дәүләт авиация техник  һәм Өфө нефть техник университеттары ла бар.
- Университеттар хәҙер кадрҙар әҙерләү генә түгел, фәнде, мәғарифты һәм яңы идеяларҙы үҫтереү йәһәтенән дәүләт һәм бизнес партнеры ла. Беҙҙең юғары уҡыу йорттары заманса мәғариф траекторияһын төҙөү юлында үҙенең һөҙөмтәлелеген бер нисә тапҡыр иҫбатланы ла инде. Бынан алда республика университеттары үҙҙәренең алдынғы үҫеш программаларын тәҡдим итеп, «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһында ҡатнашыусы булды. Бөгөн иһә беҙҙең юғары уҡыу йорттарыбыҙҙы  донъяның иң яҡшы университеттарының  ТОП 10 процент исемлегенә инеүен күрәбеҙ. Республикабыҙ донъя кимәлендәге фән картаһында сағылыш таба башланы, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов.

ГАР исемлегенә инеү өсөн университет кәм тигәндә ике халыҡ-ара рейтингка инергә тейеш. Һәр вуз 13 векторлы баһа менән һүрәтләнә, әммә 7 иң яҡшы баһа «зачёт»ҡа инә.
Бөтә университеттар ҙа лигаларға бүленгән: ТОП 1%, ТОП 2% һәм башҡалар – ТОП 15% тиклем. Илдәр араһында рейтингта тәүге урынды Ҡытай биләй. Бында иң ҙур 493 юғары уҡыу йорто ГАР исемлегенә ингән. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы АҠШ  һәм Һиндостан яуланы. Рәсәй рейтингта 6-сы урынды биләй.

Рәсәйҙең 128 юғары уҡыу йорто иң яҡшылар иҫәбенә инде, шуларҙың 22-һе тәүгә тәҡдим ителде. Рәсәйҙәге бер генә юғары уҡыу йорто  ––Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ТОП 1  процентҡа ингән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: