Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2022, 08:00

Ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына – 90 йыл

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Әбйәлил районы Әлмөхәмәт  ауылында тыуған.

Ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына – 90 йыл
Ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына – 90 йыл

Ким Әхмәтйәнов үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый. Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый, башҡорт шиғриәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләй.

Ким Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре», «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге», «Шиғриәт иленә сәйәхәт», «Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы», «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады», «Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт» һәм башҡа китаптары бөгөн дә әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттар өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәттәр. Ижад юлына аяҡ баҫҡан һәр кем танылған ғалимдын эштәренә мөрәжәғәт итә.

Ким Әбүзәр улы башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү буйынса юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдыра. Ғалим 1980 йылдың 9 ноябрендә вафат була.

 

 

Фото: https://kulturarb.ru/ru/persony/ahmedyanov-kim.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: