Олимпиадала йыл һайын 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Был бәйге мәктәп уҡыусыларының инженерлыҡ ижады өлкәһендә үҙ һәләттәрен асырға, Башҡортостан Республикаһының төп юғары уҡыу йорттары белгеслектәре менән танышырға һәм уҡыу өсөн университет һайларға ярҙам итә.
Һынау электроника, ғәмәли физика, программалау, эске яныулы двигателдәр, конструкциялау, электр техникаһы һәм электр технологиялары нигеҙҙәре, етештереү хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы, нефть-газ сәнәғәтендә һәм төҙөлөштә транспорт системалары йүнәлештәре буйынса үткәрелә. Ситтән тороп ҡатнашыу этабында – ғинуар-февралдә уҡыусылар мәсьәләр сисә, көндөҙгө этап 22 – 25 мартта үтә. Олимпиадала республикабыҙҙың бөтә район-ҡалаларынан өлкән синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.
Ситтән тороп ҡатнашыу мәсьәләләре һәм тулыраҡ мәғлүмәт сайтта https://kvantorium02.wixsite.com/rtekhnopark һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә https://vk.com/rtekhnopark урынлаштырылған. Ҡатнашыусылар ошо һылтанма буйынса теркәлә ала.
Фото: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/426753/.