Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар 2022, 14:18

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Февралдән «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» республика һөнәри конкурсы башлана.

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү дауам итә
Конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Был бәйгегә ярашлы, тәүге тапҡыр «Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы үткәрелә. Конкурсты республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы ойоштора.

Бәйге мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы мәғариф ойошмаларында эшләүсе педагогтарҙы профессиональ һәм шәхси яҡтан үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.

Конкурсанттарға өс турҙы үтергә тура киләсәк:

беренсе тур – «Конкурс ҡатнашыусыһының интернет-ресурсы»;

икенсе тур – «Балалар менән педагогик сара».

Өсөнсө тур 3 конкурс эшенән тора: «Оҫталыҡ дәресе», «Педагогик тәжрибә менән таныштырыу һәм ата-әсәләр менән үҙ-ара профессиональ эш итеүҙе ойоштороу», «Мәғариф сәйәсмәндәренең «түңәрәк өҫтәл»е».

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 февралгә тиклем  ошо һылтанма буйынса ҡабул ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән мәғариф һәм фән министрлығының сайтында https://education.bashkortostan.ru/documents/active/398549/ танышырға була.

 

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: