Шундайҙарҙың береһе – Тимур Маннанов Өфө дәүләт нефть техник университетының технология факультетында IV курста уҡый. Ул быйылғы уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.
Тимур сығышы менән Учалы ҡалаһынан. Республика инженер интернат-лицейында уҡыған йылдарында унда химия фәненә һөйөүҙе Айнур Мансур улы Ғүмәров уята. Ул олимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарҙы Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның алымы буйынса әҙерләй. Республикабыҙҙың төрлө тарафынан аҡыллы балалар йыйылған белем усағында уҡыу үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, унынсы синыфта уҡығанында химия буйынса төбәк этбында еңеп, Бөтә Рәсәй йомғаҡлау этабында призёр исеменә лайыҡ була. Ә XI синыфта егет халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында алтын миҙалға лайыҡ була, химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңә. Әлбиттә, ошондай ҙур еңеүҙәре менән егет Рәсәйҙең теләгән юғары уҡыу йортона уҡырға инә алыр ине. Әммә ул баш ҡалабыҙҙы һайлап, Өфө дәүләт нефть техник университетына имтиханһыҙ ҡабул ителә.
– Күп тапҡыр уйландым, төрлө вариант ҡараным. Сит илдә, Рәсәйҙең баш ҡалаһында уҡыу мөмкинлеге лә бар ине. Мәскәүҙә минең кеүектәр күп, ауыр булыр, юғалып ҡалырмын, үҙебеҙҙә, исмаһам, өҫтәмә проекттар өҫтөндә эшләрмен, тип уйланым. Етмәһә, яҡындарымдан алыҫта йәшәүҙе лә күҙ алдына килтермәнем, – ти егет.
Технология факультетында уҡый башлағас та һынатмай егет. Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында әллә нисәмә тапҡыр миҙал яулай. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса үткәрелгән «Мин – һөнәрмән» олимпиадаһынан һуң Тимур Маннанов «Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы» проектын булдыра. Уның был эше Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грантын яулап, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, «Аврора» һәләттәрҙе асыу үҙәге ярҙамы менән Өфө дәүләт нефть техник университетының Республика инженер интернат-лицейындағы универсарий алды нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла башлай.
– Беҙҙең ассоциация бишенсе йыл эшләп килә. Әлеге көндә – 20 кешебеҙ. Һәләтле уҡыусыларҙы олимпиада хәрәкәтенә йәлеп итеп, уларға ярҙам итәбеҙ. Аныҡлап әйткәндә, химия һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ла әүҙем эш алып барабыҙ. Күптән түгел генә үҙе мәктәп һәм юғары уҡыу йорто олимпиадаларында еңеүсе булған студент йәки йәш уҡытыусы белем усағы уҡыусыһына әҙерләнгәндә нимәгә өҫтөнлөк бирергә икәнлеген өйрәтә. Беҙ йыл һайын химия буйынса республика һәм ошо фәндән башҡа олимпиадаларҙа иң белемлеләрҙе асыҡлап, үҙебеҙҙең Өфө дәүләт нефть техник университетының Республика инженер интернат-лицейындағы универсарий алды, «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге нигеҙендә килеп ҡатнаша торған дәрестәргә, йүнәлешле химия мәктәптәренә, онлайн форматтағы курстарға йәлеп итәбеҙ. Былтыр, мәҫәлән, йәй көнө Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында «Изотоп» химия мәктәбен үткәрҙек. Уҡыусылар төбәк, Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадалар мәсьәләләрен систе, төрлө тәжрибә үткәрҙе, мауыҡтырғыс ял итеү программаларында ла ҡатнашты.
Йыл аҙағында иһә республика командаһын Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабына әҙерләү маҡсатында бушлай ете көнлөк уҡыу үткәрҙек. Ҡышҡы мәктәпкә Башҡортостандың төрлө районынан төрлө конкурс-олимпиадала еңгән балаларҙы һайлап алдыҡ. Улар өсөн лекциялар, семинарҙар, махсус программа буйынса лаборатор практикум ойошторҙоҡ.
Беҙҙең башҡарған эшебеҙ бик күп, федераль проекттарҙа ла ҡатнашабыҙ. Мәктәп уҡыусыларын олимпиадаларға әҙерләп кенә ҡалмайбыҙ, уларҙа ҡатнашыу өсөн шарттар ҙа булдырабыҙ. Республикабыҙ уҡыусылары ҡайҙалыр сыҡмай ғына ҡатнаша алһын өсөн Бөтә Рәсәй олимпиадалары өсөн майҙансыҡтар асабыҙ.
Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә бар. Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында йылдан-йыл еңеүселәр, призёрҙар һаны арта. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәк дипломдар һаны буйынса алдынғылар рәтенә инде, – ти Тимур.
Олимпиада хәрәкәте остаздарының эше ҡыҙыҡлы ғына түгел, студенттар өсөн файҙалы ла. Улар командала эшләү, менторлыҡ, тьюторлыҡ, материалды еткереү, сығыш яһау оҫталығына өйрәнә.
Өс тапҡыр грантҡа лайыҡ булған, бар ергә өлгөргән әүҙем егет хатта буш ваҡытында ла химия буйынса мәсьәләләр төҙөп, үҙен ял иттерә.
– Хәҙерге ваҡытта уҡыусылар, студенттар өсөн мөмкинлектәр бик күп. Шуларҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, үҙеңде төрлө яҡлап һынауҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Әгәр ҙә уҡыусының фәнгә ҡыҙыҡһыныуы бар, бик һәләтле икән, олимпиадаларҙа еңеп, юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Унан тыш, 100 мең һумға тиклем стипендия алып уҡыу мөмкинлеге лә бар. Тик был хаҡта күптәр белмәй, – ти тырыш студент.
Бына шундай алдынғы студенттар барҙа, фәнебеҙ үҫешер, яңы асыштарға юл һалыныр.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.