Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2022, 18:01

Мәктәп уҡыусылары ниндәй осраҡта өйҙән уҡыуға күсәсәк?

Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән  министрлығы йоғошло ауырыуҙар барлыҡҡа килгән осраҡта уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсереү шарттарын атаны.

Мәктәп уҡыусылары ниндәй осраҡта өйҙән уҡыуға күсәсәк?
Мәктәп уҡыусылары ниндәй осраҡта өйҙән уҡыуға күсәсәк?

– Балаларҙың 20 проценттан ашыуы грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыған осраҡта синыфты  7 көнгә карантинға ебәреүҙе мәктәп директоры үҙ аллы хәл итә. Синыфта коронавирус менән сирләүсе уҡыусы йәки уҡытыусы булған осраҡта Роспотребнадзор нигеҙендә ошондай ҡарар ҡабул ителә. Был осраҡта уҡыусылар 2 аҙнаға карантинға китә, – тип ведомство социаль селтәрҙәрҙә аңлатма бирҙе.

Ведомствонан билдәләүҙәренсә, ике осраҡта ла балалар өсөн дистанцион уҡытыу ойоштороласаҡ. Аныҡ хәлде асыҡлау өсөн мәктәпкә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә  төшөрәбеҙ, 24 ғинуарға ҡарата республикабыҙҙа 73 мәктәп карантинға ябылды. Уларҙа ҡышҡы каникулдың тәүге аҙнаһында уҡ карантин индерелде.

 

 

 

Фото: Новости образования Республики Башкортостан (newsbash.ru).

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: