«Мәғариф» милли проектына ярашлы, 115 мең урынлыҡ 181 мәктәп һәм 110 мең урынлыҡ 734 балалар баҡсаһы эшләй башлаған да инде. 2024 йылдың аҙағына тиклем барлығы 1300 яңы заманса белем усағы барлыҡҡа киләсәк.
Әлеге йылдың ғинуар айында мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы старт алды. 2022 йылда ул 1300-ҙән ашыу мәктәп бинаһын үҙ эсенә ала, ә 2023 йылдың аҙағына тиклем 3000 мәктәп бинаһы йүнәтеләсәк.
– Программа ремонт эштәре менән генә сикләнмәй. Был мәктәптәрҙе комплекслы үҫтереү: инфраструктураны яңыртыу, ҡорамалдар һатып алыу, уҡытыусыларҙың тәжрибәһен күтәреү. Былар барыһы ла беҙгә уңайлы һәм заманса белем биреү мөхитен булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыуы, проекттың мөмкин тиклем асыҡ булыуы мөһим, – ти Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов.
«Профессионализм» проекты буйынса әлеге йылдың 1 сентябренән пилотлы майҙансыҡтарҙа уҡытыу башлана. 2024 йылға программа 350 меңдән ашыу студентты үҙ эсенә ала. Һуңғы ике йылда ил колледждарында 2000-дән ашыу заманса оҫтахана барлыҡҡа килгән, бөгөндән үк 44 һөнәри әҙерлек үҙәге эшләй.
«Минең мәктәбем» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырылған һәм һынау үтә, уның нигеҙендә «Мәғариф контенты китапханаһы» урынлаштырыласаҡ. Был ошондай күләмдәге беренсе дәүләт верификация системаһы. Мәктәптәрҙе мәғлүмәт системаһына тоташтырыу 2023 йылда ойошторола.
Белем биреү сифаты йәһәтенән илебеҙҙә үҫеш күҙәтелә: Рәсәй уҡыусылары йыйылма командалар составында халыҡ-ара олимпиадаларҙа 100-ҙән ашыу миҙал яуланы. 2021 йылда ғына улар халыҡ-ара ярыштарҙан 38 миҙал алып ҡайтты: 31 алтын һәм 7 көмөш. Дөйөм команда зачеттарында Рәсәй беренсе һәм 2-се урындарҙы биләй.
Фото: https://education.bashkortostan.ru/.