Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ғинуар 2022, 17:09

Һөнәри оҫталыҡ конкурстары башланды

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы – 2022», «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022»  һәм «Йөрәгемде балаларға бирәм – 2022» ҡала конкурстарын асыу тантанаһы онлайн рәүештә үтте.

Һөнәри оҫталыҡ  конкурстары башланды
Һөнәри оҫталыҡ конкурстары башланды

Һөнәри оҫталыҡ ҡала конкурстарында еңеү өсөн 30 өҫтәмә белем биреү педагогы, 14 башланғыс, 11 рус теле, 10 башҡорт теле, 5 физкультура, 4 тарих, 3 инглиз теле, физика, биология һәм немец теленән 2-шәр, математика, химия, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән берәр уҡытыусы көрәшәсәк. Быйылғы программаға «Синыф етәксеһе» номинацияһы ла индерелгән. Бында 13 педагог ҡатнаша.
«Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы 1997 йылдан үткәрелеп, хәҙергәсә иң һәләтле уҡытыусыларҙы билдәләүҙе дауам итә. Быйыл бәйге үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар эсендә ул ғәҙәти булмаған популярлыҡ яулап, ысын педагогик оҫталыҡ мәктәбенә әүерелде.

Ә «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсы өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең абруйын күтәрергә ярҙам итә.

Конкурсанттарҙың  оҫталығын республикабыҙҙың алдынғы ғалимдары, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре, белем биреү учреждениеларының етәкселәре, үткән йылдарҙағы һөнәри белем биреү конкурстары еңеүселәре һәм лауреаттарынан торған жюри баһалаясаҡ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: