Мәғариф һәм фән министрлығынан аңлатыуҙарынса, был белем биреү учреждениелары муниципаль милектән дәүләттекенә күсерелгән. Тимәк, хәҙер улар мәғариф һәм фән министрлығына ҡарай. Ә бында күсеү иһә уларға полилингваль күп йүнәлешле белем биреү учреждениеларының үҫеш концепциялары йүнәлештәрен системалы һәм тәрәнәйтеп тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, полилингваль күп йүнәлешле мәктәптәр селтәре республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Указ менән 2019 йылда булдырыла башлағайны. 2019 – 2021 йылдарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында ошондай 4 белем усағы асылды. 2024 йылға тиклем республикабыҙҙа тағы ла 14 полилингваль мәктәп асылыуы көтөлә.
Ҡағиҙәләргә ярашлы, был полилингваль күп йүнәлешле мәктәптәрҙә уҡыу һәм тәрбиә эше рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә алып барыла.
Фото: "Башинформ".