Федераль аҡса алыусылар исемлегенә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары һәм фәнни ойошмалары ингән. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге 203 миллион 700 мең күләмендә грант аласаҡ, ә Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты – 10-ар миллион.
Һәр ойошма мотлаҡ рәүештә ҡайһы бер документтарҙы тапшырырға тейеш ине, шул иҫәптән прибор нигеҙен яңыртыу программаһы, шулай уҡ фәнни-лаборатор приборҙар йәки ҡоролмалар буйынса дәлилләү ҙә талап ителде. Грант күләме ошо параметрҙарҙан сығып та билдәләнде.
Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Финанслау «Фән һәм университеттар» милли проектының «Фәнни тикшеренеүҙәр һәм кадрҙар әҙерләү өсөн инфраструктураны үҫтереү» федераль проектына ярашлы башҡарыласаҡ.