Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар 2022, 18:41

Лекция марафоны БДПУ-ның юбилейына арналды

Быйыл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Лекция марафоны БДПУ-ның юбилейына арналды
Лекция марафоны БДПУ-ның юбилейына арналды

Ошо уңайҙан юғары уҡыу йортонда лекция марафоны үтте. «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» күп яҡлы педагогик компетенциялар технопаркында Рәсәй «Белем» йәмғиәте майҙансығында «Белем» лекториумы ойошторолдо. Ул юғары уҡыу йорто ғалимдарының һәм педагогтарының төрлө темаларға 11 фәнни-популяр лекцияларын үҙ эсенә алғайны.

Лекция марафоны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ректоры Салауат Сәғитовтың ҡотлауынан башланды.

– 55 йыл эсендә беҙҙең республикала педагогик фәндәр үҫешә башланы. Юбилейға арыу ғына яҡшы эштәр башҡарылды. Шуларҙың береһе – Рәсәй «Белем» йәмғиәте менән берлектә беҙҙең лекторийҙы асыу. «Белем» йәмғиәте үҙенең тарихында төрлө осорҙо кисерҙе. Үткән йылда ул үҫешендә яңы уратым алды. «Белем»дең  республикабыҙҙағы  беҙҙең педагогик университетта «ергә ултырыуы» бик ҡыуандыра. Маҡсаттарыбыҙ бер – йәшкә ҡарамай барыһына ла белем биреү. Әгәр ҙә элек бөтә ғүмеребеҙ буйына бер генә юғары белем алыу етһә, хәҙерге студенттарға бик еңелгә тура килмәгәнен аңлайбыҙ. Сөнки, бер юғары белемдән тыш, даими рәүештә һөнәри оҫталығыңды арттырып торорға ла кәрәк, шул иҫәптән «Белем» йәмғиәте ойошторған саралар аша, – тине Салауат Тәлғәт улы.

Әйтергә кәрәк, 2021 йылдан алып Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты республикабыҙҙа мәғрифәтселек өлкәһендә Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән әүҙем алып бара. Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең Дөйөм Рәсәй мәғрифәтселек ойошмаһының төбәк филиалы директоры Сергей Ширинкин лекторҙар һәм сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

– Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендә Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең мәғрифәтселек майҙансығы эшләй башланы. Бөгөн беҙ «Белем» Лекториумы марафонының тәүге лекциялар шаһиттарыбыҙ. Был матур юбилей менән тура килеүе ҡыуаныслы. Беҙ бергә «Тере һүҙ» мәғрифәтселек үҙәге» тигән ҙур проект тормошҡа ашырабыҙ. Бик күп «тере» лекциялар үткәрелде, шул иҫәптән һеҙҙең юғары уҡыу йортонда ла, – тип билдәләне Сергей Алексеевич.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, «Тере һүҙ» мәғрифәтселек үҙәге» проекты республика Башлығы гранттар конкурсында еңеүсе лә булды. «Тере һүҙ»  проектының төп асылы төбәк халҡына офлайн һәм онлайн форматтарҙа мәғрифәтселеклек лекцияларын үткәреү һәм ойоштороуға ҡайтып ҡала. Уларҙы Башҡортостандың иң шәп лекторҙары һәм мәғрифәтселәре үткәрҙе. Лекция темалары бик киң ине. Улар онлайн рәүештә барып, YouTube каналынан трансляцияланды. Баш ҡаланың уҡыусылары һәм студенттары офлайн форматтың тыңлаусылары булды.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: