Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар 2022, 14:00

Грант проекттары 1 февралдән ғәмәлгә ашырыла башлай

Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында  Children Скиллс  чемпионаты үтәсәк.  

Грант проекттары 1 февралдән ғәмәлгә ашырыла башлай
Грант проекттары 1 февралдән ғәмәлгә ашырыла башлай

Быйыл был проект тәүге президент гранттары конкурсында еңеүсе булғайны. Башҡортостандан барлығы 74 ойошма еңеүселәр рәтенә инде. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңгән гранттарҙың дөйөм суммаһы 76,2 миллион һумды тәшкил итә.

Инженер проектлауы буйынса һөнәри оҫталыҡ ярышында 9 – 13 йәшлектәр ҡатнашасаҡ. Был чемпионатта «Инженер проектлауы» йүнәлешендә 5 – 10 кешенән торған командалар көсөн һынаясаҡ. Грант күләме 442,6 меңде тәшкил итә, өҫтәп финанслау – 186,8 мең.

«Чемпионатты үткәреү инженер һөнәрҙәре абруйын арттырасаҡ, һәләтле, булдыҡлы мәктәп уҡыусыларын асыҡларға, һөнәр һайларға һәм киләсәк һөнәргә әҙер булырға ярҙам итәсәк. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм инженер йүнәлешендәге юғары уҡыу йортттарын йәлеп итәсәк», – тип билдәләй ойоштороусылар.

Тәүге президент гранттары конкурсына Рәсәйҙең  85 төбәгенән 10484 проект дәғүә иткән. Һөҙөмтәлә конкурс еңеүселәре тип 1942 ойошма танылған. Республикабыҙҙан конкурста 516 проект ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә беҙҙең төбәктән 74 ойошма еңеүсе булған.

Грант проекттары 1 февралдән  ғәмәлгә ашырыласаҡ. Ошо уҡ көндө икенсе президент гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлай. Уларҙы 15 мартҡа тиклем бирергә була.  Мәғариф һәм фән министрлығы белем биреү ойошмаларына грант проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа консультация һәм мәғлүмәти ярҙам да күрһәтә.

 

 

Фото: https://it-tehnik.ru/hardware/yadra-protsessora.html.

 

.

.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: