-3 °С
Ҡар
Оҙаҡламай ҡыҙҙар һәм малайҙар парта артына ултырасаҡ. Каникулдан һуң дәрестәр 17 ғинуарҙан башлана. Коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә шулай ҡарар ителде. Етәкселәр фекеренсә, илебеҙҙәге эпидемиологик хәл-торош каникулды оҙайтмаҫҡа мөмкинлек бирә.
Фото: Тимур Шәрипҡолов фотоһы.