Видео мөрәжәғәттә улар был проблеманы 10 йылдан ашыу хәл ителмәүен билдәләй. Иҫке Сибай халҡының әйтеүенсә, 2011 йылда иҫке белем усағы стенаһының бер өлөшө емерелеп төшкән. Шуға ҡарамаҫтан, бина 2018 йылда ғына авария хәлендә тип табыла. 2021 йылдың сентябрендә тапшырырға вәғәҙә ителгән яңы белем биреү учреждениеһын төҙөү 2020 йылда башланған. Әле төҙөлөш эштәре туҡтап ҡалған, өс подряд ойошмаһы алышынған.
– 2019 йылдың мартынан балалар ҡайҙа етте, шунда уҡый. Башланғыс синыф уҡыусылары балалар баҡсаһы, музыка мәктәбе, клуб биналарында белем ала. Ә V – XI синыф уҡыусыларын алты мәктәп автобусында күрше Сибай ҡалаһына йөрөтәләр, – ти халыҡ.
Фото: https://newsbash.ru/.