Фәнни йәмәғәтселек, муниципалитет етәкселәре, полилингваль күп йүнәлешле мәктәп директорҙары ҡатнашлығында ойошторолған кәңәшмәлә туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды. Сара башында эшләп килгән полилингваль мәктәптәрҙең эшенә һығымта яһалды, республикала яңы уҡыу йорттарының үҫеш перспективалары ҡаралды.
Нефтекамалағы «Белем» полилингваль күп йүнәлешле интернат-мәктәбендә, мәҫәлән, тәүге ҡыңғырау 2021 йылдың мартында сыңлағайны. Бында уҡытыу рус, татар һәм инглиз телдәрендә алып барыла, уларға өҫтәп башҡорт, немец телдәре лә өйрәнелә. Нефтекама хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, интернат корпусын төҙөү зарурлығы бар.
– Яңы гимназияла уҡырға теләүселәр араһында конкурс бик ҙур, сөнки фәндәр ике тел нигеҙендә өйрәнелә һәм балалар билингваль аралашыу оҫталығын ала. Беҙ беренсе синыфҡа килергә йыйынған балаларҙы – 23-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен мәктәпкәсә полилингваль әҙерләй башланыҡ, – тип белдерҙе Нефтекамалағы «Белем» интернат-мәктәбе директоры Илдар Мортазин.
Республика Башлығы Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министрлығына Нефтекама гимназияһының яңы корпусын төҙөүҙе финанслау мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
Төбәк етәксеһе гимназияла Башҡортостандан ҡыҙыҡлы замандаштарыбыҙ, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән лекциялар, дәрестәр ойошторорға ла тәҡдим итте.
Артабан кәңәшмәлә республикабыҙҙа мари, сыуаш полилингваль мәктәптәрен асыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алыштылар. Мишкә районы үҙәгендә мәктәп бинаһын ремонтлау проекты әҙерләнгән, уның нигеҙендә мари полилингваль гимназияһын булдырыу планлаштырыла.
Бишбүләк һәм Бәләбәй райондары араһында сыуаш полилингваль мәктәбе урыны һайлана. Был муниципалитеттарҙа сыуаштар йәшәй. Бишбүләктә полилингваль гимназияны 2-се мәктәп нигеҙендә булдырырға әҙерҙәр. Бәләбәй районында ла туған телдәрҙе уҡытыу буйынса эш тәжрибәһе тупланған, башҡорт, татар, рус һәм сыуаш гимназиялары эшләй.
– Беҙ һәр ваҡыт Рәсәй Федерацияһының икенсе төбәктәрендәге полилингваль белем биреү үҫешен күҙәтеп, һығымта яһап барабыҙ. Беҙҙең тәжрибә уларҙыҡынан айырылып тора, беҙ полилингваль гимназияларҙы башҡорт һәм сит телдәр генә түгел, татар, мари һәм сыуаш телдәре нигеҙендә лә тормошҡа ашырабыҙ. Беҙҙең тәжрибә менән Мәскәүҙәге дәүләт власть органдары һәм фәнни берләшмәләр ҙә ҡыҙыҡһына, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусы Өфөләге тәүге республика полилингваль күп йүнәлешле мәктәптәр һәм Стәрлетамаҡтағы 23-сө мәктәптең директорҙары белем биреүҙе ойоштороу хаҡында һөйләне. Был белем усаҡтарында уҡытыу беренсе синыфтан билингваль нигеҙҙә алып барыла. Унан уҡыусылар – француз, немец телдәрен, ә Стәрлетамаҡта тағы ла ҡытай, төрөк, испан телдәрен өҫтәп өйрәнәләр.
2-се «Смарт» республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһында бишенсе синыфтан алып йүнәлешле уҡытыу башлана. Директор Наил Әминев әйтеүенсә, уҡырға теләүселәр һәм уҡытырға теләүселәр ҙә бик күп.
«Туған телдәр сәғәте»ндә Хәйбулла, Баймаҡ һәм Учалы райондарында ла яңы полилингваль мәктәптәр төҙөү хаҡында һүҙ алып барылды.
– Быйыл Учалыла полилингваль гимназия асабыҙ, Аҡъярҙа ла эштәрҙе тиҙләтеү кәрәк һәм унан Баймаҡта ла асылыуҙы көтәбеҙ. Әлегә төҙөгән ваҡытта һәр гимназия өсөн уҡыу пландарын төҙөү һәм буласаҡ кадрҙарҙы һайларға кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149400.html.