Быйыл юғары уҡыу йорто әлеге үҙәктең идара итеү компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү һәм университет нигеҙендә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Компетенциялар үҫтереү үҙәген булдырыу хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Үҙәк Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Тарих, хоҡуҡ һәм социаль-гуманитар белем биреү институтында асыласаҡ. Килешеүгә ярашлы, тикшеренеүҙәр һәм эшкәртеүҙәр алып барған идара итеү кадрҙарын әҙерләү мәсьәләләре буйынса консультация биреү, юғары һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса кадрҙар әҙерләү, белем биреү һәм фәнни киңлектәрҙә белем алыу һәм тикшеренеү программаларын алға ебәреү, фәнни-тикшеренеү һәм инновацион эшкә университеттың студенттары һәм аспираттарын йәлеп итеү кеүек төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек алып барыласаҡ.
Фото: БГПУ им. М. Акмуллы (vk.com).